Беҙҙең шыршы балҡып тора,
Ай-һай матур биҙәнгән!
Йәйғор кеүек сулпылары
Төшөп тора иҙәнгә.
Яңы йыл - тылсымлы, мандарин һәм ылыҫ еҫле байрам. Был байрамда шыршыны сағыу уйынсыҡтар, мишуралар, гирляндалар менән биҙәп, һуңынан уның аҫтында көтөлгән бүләктәр табып алыу күптән инде традицияға ингән. Был бик яҡшы традиция, сөнки ул бөтә ғаиләне бергә йыя. Яңы йыл байрамдары алдынан беҙҙең " Сулпылар" балалар баҡсаһының балалары һәм уларҙың ата-әсәләре үҙ ҡулдары менән төрлө материалдар ҡулланып шыршылар эҙерләп был аҙнала "Шыршылар парады" исемле күргәҙмә – конкурста ҡатнаштылар. Бөтәһе 42 эш булды. Эштәрҙең араһынан иң-иңдәр һайлап алынып, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Гран-при: Мәхмүтовтар ғаиләһе;
1 урын: Хәбиловтар ғаиләһе, Хисмәтуллиндар ғаиләһе;
2 урын: Үзбәковтар ғаиләһе, Мазгаровтар ғаиләһе;
3 урын: Иҙелбаевтар ғаиләһе, Сөләймәновтар ғаиләһе, Валиевтар ғаиләһе, Ғәлиевтар ғаиләһе;
Номинациялар: «Ауылда Яңы йыл» - Шәриповтар ғаиләһе;
«Ҡала майҙансығы» - Исмәғиловтар ғаиләһе;
«Ҡыш бабай өйө» - Ҡоланбаевтар ғаиләһе;
«Ҡарһылыу өйө» - Сөләймәновтар ғаиләһе;
«Урманда ла Яңы йыл» - Йәнғәзиндәр ғаиләһе;
«Тылсымлы ептәр» - Әхмәтйәновтар ғаиләһе, Иҫәнтаевтар ғаиләһе, Тәштимировтар ғаиләһе, Саптаровтар ғаиләһе, Керимовтар ғаиләһе, Саламатовтар ғаиләһе;
«Аҡ мамыҡлы шыршылар» - Йәнтүриндар ғаиләһе, Әбүбәкировтар ғаиләһе, Әбдрәхмәновтар ғаиләһе, Мәхмүтовтар ғаиләһе;
«Шыршылар ҡупшылар» - Кунсбаевтар ғаиләһе, Ишбулатовтар ғаиләһе, Ишкилдиндәр ғаиләһе, Ғафаровтар ғаиләһе, Усмановтар ғаиләһе, Үҙәнбаевтар ғаиләһе, Атанғоловтар ғаиләһе, Әүбәкировтар ғаиләһе, Мәүлитовтар ғаиләһе; «Мөғзизәле шыршылар» - Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе, Атанғоловтар ғаиләһе, Ҡәйепҡоловтар ғаиләһе, Байрамғоловтар ғаиләһе;
«Яңы йыл символы» - Йәнтүриндар ғаиләһе;
«Тейенкәйҙәр Яңы йыл ҡаршылайҙар» - Абдуллиндар ғаиләһе;
«Яңы йыл кәнфите» - Зайнуллиндар ғаиләһе;
«Яңы йыл тирмәне» - Йәнтүриндар ғаиләһе.
|