Бына инде гөрләп "Сулпылар" балалар баҡсаһында этно стилдә сығарылыш кисәһе лә үтеп китте. Балалар үҙҙәренең 5 йыл буйына йыйған һөнәрҙәре менән бүлештеләр. Күңелле йырлап, дәртле бейеп, моңло итеп ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙеләр. Байрамға Салауат батыр, Алдар батыр, Йүгерек батырҙарҙың килеп уларҙың белемдәрен, хатта физик яҡтан үҫештәрен дә тикшереп китеүҙәре айырыуса күңелле булды. Балаларҙа милли рух тәрбиәләү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу беҙҙең беренсе маҡсатыбыҙ тормошҡа ашты. Афарин, балалар! Аҡ юл һеҙгә!
... Читать дальше »